9 декабрь, Йома

12 август 2010 йыл, 16:43

Ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөүгә Башҡортостан 3 миллиард 88 миллион һум алды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Федераль ҡаҙнанан Башҡортостанға ҡоролоҡ буйынса ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөүгә 3 миллиард 88 миллион һум кредит ресурстары бүленгән. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, аҡса средстволары алған бар төбәктәр араһынан республикаға иң ҙур финанс ярҙамы күрһәтелгән.

Билдәле булыуынса, бер нисә ай дауамында төбәктә көслө ҡоролоҡ һаҡлана.  Башҡортостанда хәүефле биш тәбиғәт күренеше буйынса ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Кире һауа шарттарынан ауыл хужалығы етештереүселәре айырыуса ныҡ зыян күргән.  Быйылғы йылда 1 миллион 239 мең гектар майҙанда ауыл хужалығы культураларының һәләк булыуы ауыл хужалығы иҡтисадына кире йоғонто яһаны. Ауыл хужалығы етештереүселәре тапшырған документтарҙан күренеүенсә, ауыл хужалығы культуралары һәләк булыуы арҡаһында ағымдағы йылда матди зыян 13 миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк. Дөйөм алғанда 1893 ауыл хужалығы предприятиеһы һәм фермер хужалығы зыян күргән.

Килеп тыуған шарттарҙа ҡоролоҡ эҙемтәләрен еңеп сығыу һәм тармаҡтың тотороҡло үҫешен тәьмин итеү буйынса федераль кимәлдә лә, республика кимәлендә лә ашығыс саралар күрелә.