6 декабрь, Шишәмбе

12 август 2010 йыл, 15:11

БМК продукция сифаты өлкәһендә Рәсәй Хөкүмәте премияһы лауреаты булды

автор: Юлай Мәғсүмов

«Мечел» компанияһына ҡараған Белорет металлургия комбинатына 2009 йылда сифат өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы бирелде.

Башҡортостан металлургтары наградаға продукция һәм хеҙмәт сифаты өлкәһендә ярайһы ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙәре һәм сифат менеджментының юғары һөҙөмтәле алымдарын индереүҙәре өсөн лайыҡ булды. Белметкомбинат 1000-дән ашыу кеше эшләгән ойошмалар категорияһында билдәләнде. Предприятиены бүләкләү тураһындағы ҡарарға РФ Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин ҡул ҡуйған.

Сифат өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһына дәғүә итеүгә конкурс беҙҙең илдә ун өсөнсө йыл рәттән үткәрелә. Был арала унда Рәсәйҙең 72 субъектынан меңдән ашыу предприятие ҡатнашҡан, 96 ойошма лауреат исемен алған, 90-ы дипломант булған. БМК был конкурста тәүге тапҡыр ҡатнаша.

«Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы эске һәм донъя баҙарында конкурент көрәшенең мөһим факторы булараҡ сифатҡа ставка яһаған компанияларға бирелеүсе сифат өлкәһендәге иң юғары награда һанала. Сифатлы продукция етештереүсе ышаныслы предприятие данын раҫлаусы бындай юғары награда алыуыбыҙға шатбыҙ. Бынан тыш, юғары награда беҙҙе тағы ла яҡшыраҡ эшләргә этәрә», — тип билдәләне «БМК» йәмғиәтенең идара итеүсе директоры Виктор Камелин.