3 декабрь, Шәмбе

12 август 2010 йыл, 13:21

Рөстәм Хәмитов «Нурис» йәмғиәте фермаһында таҙалыҡ һәм тәртипте билдәләне

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Пландан тыш БР Президенты Рөстәм Хәмитов Шишмә районында «Нурис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең малсылыҡ фермаһын ҡараны. Бында 650 баш һыйыр малы тотола. Яңыраҡ Свердловск өлкәһенең биш хужалығынан 217 һыйыр һатып алынған. Әлеге ваҡытта уларҙың күбеһе быҙаулаған.

Тәүлек һауым һәр һыйырҙан 17 литр тәшкил итә, әммә предприятие етәкселеге быйылғы йәйгә ҡарағанда уңайлыраҡ шарттар тыуғас, мал аҙығы сифаты ла юғарыраҡ булғанда, һауымдың тағы ла күберәк буласағына өмөтләнә. Әлеге мәлдә мал аҙығына аҡһымлы-витаминлы өҫтәмәләр ҡушыла.  

Фермала 55 кеше эшләй. Республика Президенты күргәндәренән ҡәнәғәт ҡалды, бында бөтә нәмә таҙа һәм тәртиптә, тип билдәләне ул, һәм был – ферма өсөн ғәҙәти күренеш, уның килеүе тураһында бында белмәгәндәр һәм уға махсус рәүештә әҙерләнмәгәндәр бит.  

Предприятие етәкселеге әйтеүенсә, «Нурис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә әлеге ваҡытта реконструкция бара, ул уға киләсәктә малдар һанын арттырырға мөмкинлек бирәсәк.