6 декабрь, Шишәмбе

12 август 2010 йыл, 14:14

БР Президенты Рөстәм Хәмитов Шишмә районы буйлап эш сәфәрен тамамланы

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Шишмә районы буйлап эш сәфәрен тамамланы. Сәфәре барышында ул ауыл хужалығы комплексы предприятиелары эше менән танышты.

Әлеге ваҡытта районда 14,5 мең гектар ерҙе мал аҙығы культуралары биләй. 7,5 мең тонна бесән, 10 мең тонна һалам һәм 10 мең тонна силос әҙерләнгән. Дөйөм алғанда бер баш малға 16,5 центнер мал аҙығы берәмеге тура килә.

Ҡоролоҡтан районда 9,2 мең га иген культуралары, 1,2 мең га шәкәр сөгөлдөрө, 0,4 мең га көнбағыш һәләк булған.

Әлеге мәлдә 24 мең гектарҙа иген урып һуғылған – был сәселгәндең 80 проценты. Уртаса уңыш – гектарынан 10 центнер. Район хужалыҡтары орлоҡ менән уңыштары иҫәбенә үҙҙәрен-үҙҙәре тәьмин итә.  

Бар категориялағы хужалыҡтарҙа 26,2 мең һыйыр малы тотола. Уҙған йыл менән сағыштырғанда был 13 процентҡа кәмерәк.