6 декабрь, Шишәмбе

12 август 2010 йыл, 12:33

«Агро-Альянс» һөт заводы Шишмә халҡын сифатлы һәм арзан продукция менән тәьмин итә

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Шишмә районы буйлап эш сәфәре барышында республика Президенты Рөстәм Хәмитов «Агро-Альянс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең һөт эшкәртеү заводын ҡараны.

14 кеше эшләгән предприятие көн һайын биш тонна һөт продукцияһы, шул иҫәптән 200 килограмм эремсек һәм шул саҡлы ҡаймаҡ етештерә. Күптән түгел бында тәжрибә сифатында ҡымыҙ етештерелә башлаған. Бының өсөн кәрәкле сеймал менән «Агро-Альянс»ҡа ҡараған йылҡысылыҡ фермаһы тәьмин итә. Завод продукцияһы социаль учреждениеларға – мәктәптәргә, дауаханаларға, балалар баҡсаларына, шулай уҡ райондың һәм Өфөнөң сауҙа селтәрҙәренә оҙатыла. Шуның менән бергә предприятие үҙенең продукцияһына хаҡтарҙы халыҡ һатып ала алырлыҡ кимәлдә һаҡлап ҡалырға тырыша. Миҫал өсөн, был һөт заводының бер литр һөтө 18 һум тора.

Рөстәм Хәмитов үҙебеҙҙең илдә етештерелгән заманса ҡорамалдар ҡуйылған сеймал ҡабул итеү һәм эшкәртеү цехтарын ҡараны. Республика башлығы предприятие коллективына уңыштар теләне. Шишмә районы етәкселәре Президентҡа районда ошондай тағы бер завод төҙөлөүе хаҡында һөйләне.