9 декабрь, Йома

12 август 2010 йыл, 12:15

Бөтә Рәсәй интернет-педсоветы 24 августа старт ала

автор: Эльмира Сабирова

Бөтә Рәсәй интернет-педсоветы быйыл http://pedsovet.org сайтында 24 августан 5 октябргә тиклем барасаҡ.

Традицион сараға әйләнгән педсовет быйылғы йылда 11-се тапҡыр үтә. Виртуаль форумда илебеҙҙең төрлө төбәгенән мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша ала. Был акция традицион педагогия советтары һөҙөмтәлелеген арттырырға һәм мәғарифтың көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүҙә педагогтарҙың, ғалимдарҙың, идарасыларҙың һәм ата-әсәләрҙең көстәрен берләштерергә мөмкинлек бирә.  

Быйылғы педсоветтың темаһы – «Уҡытыусының биш дәрәжәһе: шәхес булараҡ уҡытыусы, үҙ һөнәренең оҫтаһы, уҡыусы, тикшеренеүсе һәм граждан». Конференция-форумдарҙа ҡатнашыусыларға төрлө һорауҙарға яуап бирергә кәрәк буласаҡ, улар араһында ошондайҙар бар: «Бөгөн йәмғиәттең уҡытыусыға ихтыяжы ниндәй?», «Хәҙерге һәм буласаҡ педагогтар үҙен һәм үҙенең һөнәрен нисек аңлай?», «Мәғарифһыҙ донъя ҡайҙа хәрәкәт итә?».  

Бынан тыш, интернет-педсовет сиктәрендә ижади конкурстар һәм акциялар иғлан ителәсәк.

Төп тема буйынса докладтар 23 авгусҡа тиклем ҡабул ителә. Уларҙы яҙма, шулай уҡ видео- һәм аудиоформатта ла әҙерләргә мөмкин.

Тулыраҡ мәғлүмәтте http://11.pedsovet.org сайтынан алырға мөмкин.

темалар: мәғариф