Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы итеп Марат Гәрәев тәғәйенләнде

Иҡтисад

Өфө хакимиәтенең Капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы итеп Марат Гәрәев тәғәйенләнде. Был турала «Башинформ» агентлығына ҡала мэрияһынан хәбәр иттеләр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бүлексәнең элекке етәксеһе Ильяс Мөниров хәҙер Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетын етәкләй.

Марат Рәшит улы Гәрәев 1971 йылда тыуған. Өфө нефть институтын тамамлаған (әле Өфө дәүләт нефть техник университеты), белеме буйынса инженер-төҙөүсе. 2000-2002 йылдарҙа Өфөнөң Октябрь районы капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы булып эшләй.  Артабан 2007 йылға тиклем «КПД» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары була. Һуңғы йылдарҙа коммерция ойошмаларында етәксе вазифаларын биләй.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть