Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан Президенты «Башҡортостан» МТС-ы элеваторы эше менән танышты

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Шишмә районы буйлап эш сәфәре барышында «Башҡортостан» машина-технология станцияһы элеваторы эше менән танышты, предприятие етәкселеге һәм эшселәре менән аралашты. Республика башлығын ашлыҡ һуғыу ситемаһы, хеҙмәткәрҙәр иҫәбе, һалым буйынса бурыстар һәм эштә булған проблемалар ҡыҙыҡһындырҙы.

Игенде урып-йыйыу, Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, әлеге мәлдә барлыҡ ауыл хужалығы предприятиелары өсөн төп бурыстарҙың береһе. Элеваторға визитын тамамлап, ул предприятие етәкселегенә уларҙың эшенә артабан да иғтибар бүләсәген белдерҙе.

«Беҙгә һөҙөмтәле эш кәрәк, проблемалар түгел», — тип һыҙыҡ аҫтына алды ул.

Район буйлап сәфәрендә БР Президентын БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Шамил Вахитов оҙатып йөрөй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть