Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

БР Президенты Рөстәм Хәмитов Шишмә районы буйлап эш сәфәренә сыҡты

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Шишмә районы буйлап эш сәфәренә сыҡты. Сәфәре барышында ул ауыл хужалығы комплексы предприятиелары эше менән танышырға иҫәп тота.

Әлеге ваҡытта районда 14,5 мең гектар ерҙе мал аҙығы культуралары биләй. 7,5 мең тонна бесән, 10 мең тонна һалам һәм 10 мең тонна силос әҙерләнгән. Дөйөм алғанда бер баш малға 16,5 центнер мал аҙығы берәмеге тура килә.

Ҡоролоҡтан районда 9,2 мең га иген культуралары, 1,2 мең га шәкәр сөгөлдөрө, 0,4 мең га көнбағыш һәләк булған.

Әлеге мәлдә 24 мең гектарҙа иген урып һуғылған – был сәселгәндең 80 проценты. Уртаса уңыш – гектарынан 10 центнер. Район хужалыҡтары орлоҡ менән уңыштары иҫәбенә үҙҙәрен-үҙҙәре тәьмин итә.  

Бар категориялағы хужалыҡтарҙа 26,2 мең һыйыр малы тотола. Уҙған йыл менән сағыштырғанда был 13 процентҡа кәмерәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть