Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Куйбышев тимер юлы начальнигы менән осрашыу

Сәйәсәт

11 августа Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Куйбышев тимер юлы начальнигы Сергей Кобзев менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Тимер юл транспортында йөк һәм пассажирҙар ташыу өлкәһендә хеҙмәттәшлекте камиллаштырыу, пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүҙе яҡшыртыу мәсьәләләре ҡаралды. Шулай уҡ республикала ҡала яны поездарында пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу системаһы хаҡында ла һүҙ барҙы. Сергей Кобзев Башҡортостанда ҡала яны компанияһын башлау өсөн барыһы ла әҙер, тип хәбәр итте. «Беҙ Башҡортостандың яңы етәкселеге менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер һәм республиканы үҫтереү буйынса перспектив пландарҙы бойомға ашырыуҙа ярҙам итәсәкбеҙ», — тип билдәләне Сергей Кобзев. Республиканың төньяҡ төбәгендә тимер юл төҙөлөшөн ул перспектив проекттарҙың береһе тип атаны.

Рөстәм Хәмитов һәм Сергей Кобзев шулай уҡ Өфө станцияһының тимер юл вокзалын реконструкциялау мәсьәләһе буйынса фекер алышты. Башҡортостан Президенты проблеманың тиҙ арала хәл итеүҙе талап итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть