Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

14 августа Башҡортостанда мәғариф буйынса август кәңәшмәһе үтәсәк

Йәмғиәт

Шәмбе көндө, 14 августа, Башҡортостанда мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе үтәсәк. Традицион педсоветта ҡатнашыусыларҙы быйыл көнбайыш райондар – Саҡмағош һәм Бүздәк ҡабул итә. Шулай ҙа, БР Мәғариф министрлығынан билдәләүҙәренсә, сараны үткәреүгә Туймазы һәм Шаран райондары ла йәлеп ителгән.

Август кәңәшмәһе бер көн дауамында барасаҡ. Унда ҡатнашыусылар райондарҙың белем биреү учреждениелары менән танышыу, педагогтар коллективы һәм уҡыусылар менән осрашыу өсөн ике маршрут буйынса юлға сығасаҡ,  артабан пленар ултырышта мәғариф системаһының көнүҙәк мәьәләләрен ҡараясаҡ, үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһаясаҡ һәм киләһенә бурыстар билдәләйәсәк.

Быйылғы август кәңәшмәһенең темаһы –«Хәҙерге мәктәп үҫешенең инновацион юлы булараҡ «Беҙҙең яңы мәктәп» милли-мәғариф инициативаһы». Пленар ултырыш Саҡмағош ауылында үтәсәк.

Теги: анонс
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть