11 декабрь, Йәкшәмбе

11 август 2010 йыл, 17:07

Ете айҙа «Өфө» аэропортында 840 меңдән ашыу пассажир хеҙмәтләндерелгән

автор: Любовь Колоколова

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асык акционерҙар йәмғиәте самолеттар осошо иҫәбе һәм пасажирҙар ташыу буйынса Волга-Урал төбәгендә алдынғылар рәтендә. Сауҙа-клиринг палатаһы мәғлүмәте буйынса, Рәсәй аэропорттары рейтингында пассажирҙар ағымы буйынса Өфө аэропорты әлеге ваҡытта туғыҙынсы урында тора.

Ағымдағы йылдың ете айындағы эшмәкәрлеге йомғаҡтарынан күренеүенсә, «Өфө» халыҡ-ара аэропортында производство эшмәкәрлеге күрһәткестәренең даими үҫешеү тенденцияһы күҙәтелә.  Мәҫәлән, 5950 осош башҡарылған — 2009 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 12,2 процентҡа күберәк. Аэровокзал комплексы аша йыл башынан алып 840 меңдән ашыу пассажир хеҙмәтләндерелгән — уҙған йыл кимәленән 26 процентҡа артығыраҡ. Халыҡ-ара һауа линияларында ете айҙа 209,4 мең пассажир ташылған. Ә был, үҙ сиратында, былтырғыға ҡарағанда Өфөнән сит илгә сәйәхәткә 54,2 процентҡа күберәк пассажир юлланыуын аңлата.

Аэропорт маркетингы хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөнөң һауа транспортында пассажирҙар ташыу баҙарына «Донавиа», «Трансаэро», «Ред Вингс», «Авианова» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Урал авиалиниялары» авиакомпаниялары килгән. Төньяҡ йүнәлештәр буйынса осоштар географияһы киңәйтелгән. Өфөнән хәҙер Нягань, Төмән, Ханты-Манси ҡалаларына осорға мөмкин. Ереван йүнәлеше асылған. Көҙгөһөн Душанбе һәм Худжанд менән бәйләнеш тергеҙеләсәк.

Төркиә, Мысыр, Испания, Кипр, Гоа кеүек традицион йүнәлештәрҙән тыш, быйыл популяр туристик йүнәлеш – Тунис өҫтәлгән. 24 сентябрҙән «Өфө – Дубай» маршруты буйынса Берләшкән Ғәрәп Әмираттарына даими рейс асылыуы көтөлә.

Әйтергә кәрәк, Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында иң эре транспорт үҙәктәренең береһе. Ул баш ҡала аэропортын, ҙур тимер юл үҙәген, автомобиль трассаларын, йылға вокзалдарын үҙ эсенә алған үҫешкән транспорт инфраструктураһына эйә.