8 декабрь, Кесе йома

11 август 2010 йыл, 16:00

Башҡортостанда 300 гектарҙан ашыу майҙанда урман яна

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда ике урман янғыны һүндерелгән – Ейәнсура һәм Белорет районында. Был турала «Башинформ» агентлығына БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат секретары Айбулат Ғәйнуллин хәбәр итте.

— Әлеге мәлдә республикала 300 гектарҙан ашыу майҙанда 15 урман янғыны теркәлгән, — тине ул. – Башлыса утҡа Белорет һәм Благовещен райондары эләгә. Шулай уҡ Күгәрсен, Борай һәм башҡа райондарҙа ла янғын сығанаҡтары теркәлгән.  

Янғын хәүефлелеге миҙгеле башланғандан алып Башҡортостанда 493 урман янғыны теркәлгән. Ут 9650 гектар майҙандан үткән.

БР Урман хужалығы министрлығы һәм был ведомствоға ҡараған ойошмалар менән урман янғындарына ҡаршы көрәшеү һәм уларҙы торама пункттарға үткәрмәү буйынса тейешле бөтә саралар үткәрелә. Ситуация ныҡлы контролдә  тотола. Бөгөнгө көндә урман янғындарынан Башҡортостан ауылдарына хәүеф янамай.

Һауа транспорттары менән осоштар көн һайын ойошторола, элекке кеүек көн аша түгел. Бынан тыш ерҙән патруллек итеү һәм янғындың артабан таралмауына контроль дә алып барыла.

— Министрлыҡтың дәүләт унитар предприятиелары торама пункттар тирәләй махсус һыҙаттар булдыра, урман ситтәрен һөрөп сыға, — ти Айбулат Ғәйнуллин. – Хәл-ваҡиғалар торошо насарланғанда  400 кеше ут менән көрәшкә сығырға әҙер.