Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Баймаҡ районында ҡоролоҡ буйынса штаб ултырышы үтәсәк

Иҡтисад

13 августа Баймаҡ районында Башҡортостан республикаһының айырым биләмәләрендә кире һауа шарттарының эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса оператив төркөм ултырышы үтәсәк. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был ултырыш Урал аръяғы райондарында ужым культураларын сәсеү мәсьәләләренә арналасаҡ.

Практик семинарҙа муниципаль район башлыҡтары, БР Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре, район ауыл хужалығы идаралыҡтары (бүлектәре) начальниктары, баш агрономдары, хужалыҡ етәкселәре ҡатнашасаҡ.

Кире һауа шарттарының эҙемтәләрен бөтөрөү юлдарынан тыш, ауыл хужалығы предприятиеларының һөт заводтары менән хеҙмәттәшлеге, производство торошо, Баймаҡ районы предприятиеларында ужым культураларын үҫтереү тәжрибәһе, Урал аръяғы шарттарында ужым культураларын үҫтереү мәсьәләләре тикшереләсәк. Белгестәр арыш, бойҙай, тритикале кеүек ужым культураларының селекция торошо һәм үҫеше перспективалары, орлоҡсолоғо буйынса фекер алышасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть