Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.93

EUR 68.66

24 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

«Спецназ» юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнде

Йәмғиәт

Борай районында Башҡортостан наркоконтроле һәм БР Мәғариф министрлығы  «Йәш спецназ» республика сменаһын үткәрә. Егеттәр спорт һәм уҡыу программаһы буйынса шөғөлләнә, шулай уҡ курсанттар өсөн дәрестәрҙе БР буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре лә әҙерләгән.

Инспекторҙар викторина, теоретик һәм практик уҡыуҙар үткәрҙе. Малайҙар милицияның патруль машиналарында ултырып ҡараны, урам хәрәкәтен көйләүсе знактарҙы өйрәнгәндә  ЮХХДИ инспекторҙарының таяҡтарын ҡулдарына алды.

Белемдәре һәм әүҙем ҡатнашыуҙары өсөн «йәш спецназсылар» Башҡортостандың Баш автоинспекторы Динар Ғилметдиновтан дипломдар алды, ә бағыусыларҙың татлы приздары курсанттарҙың барыһына ла етте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть