Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Бер аҙнала 232 республика кешеһе талпандан зыян күргән

Йәмғиәт

Уҙған аҙнала йәнә 232 Башҡортостан кешеһе талпан ҡаҙалыуы арҡаһында дауалау-профилактика учреждениеларына мөрәжәғәт иткән. Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеүенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы мәғлүмәте буйынса, 5 авгусҡа ҡарата медицина ярҙамын һорап мөрәжәғәт итеүселәр иҫәбе 14 320 кешегә еткән. Улар иҫәбендә 3 812 бала.

«Башҡортостан Республикаһында гигиена һәм эпидемиология үҙәге» федераль дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы лабораторияһында 5791 талпан тикшерелгән, шуларҙың 101-е талпан энцефалиты вирусы менән зарарланған булыуы асыҡланған

Иммуноглобулин профилактикаһын 3564 кеше алған (мөрәжәғәт итеүселәрҙең 24,9 проценты), шул иҫәптән 2 536 бала.

Вируслы талпан энцефалиты менән ауырыуҙың раҫлау тапҡан осрағы элекке кимәлдә ҡалған – 13 кеше. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 1,85 тапҡырға кәмерәк. Ул ваҡытта был датала 24 осраҡ теркәлгән булған.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть