5 декабрь, Дүшәмбе

11 август 2010 йыл, 12:12

Мәсетле районынан Ибраһимовтар ғаиләһенә «Газель» микроавтобусы тапшырылды

автор: Марина Шумилова

Ошо арала Мәсетле районынан Ибраһимовтар ғаиләһенә «Газель» микроавтобусы тапшырылды.

Ләлә һәм Флир Ибраһимовтар 40 йыл элек яҙмыштарын бәйләгән. Бәхетле никахта дүрт улдары тыуған. 2008 йылда Ләлә Мөхәмәт ҡыҙы һәм Флир Әхәт улы тәрбиәгә алынған туғыҙ балаға йәнә атай-әсәй була.  Хәҙер Ибраһимовтарҙың ҙур һәм татыу ғаиләһендә 13 бала үҫеп килә. Өс улдары үҙ аллы тормош көтә, үҙҙәренең ғаиләләре, балалары бар. Ә ун бала – ата-әсә тәрбиәһендә. Ибраһимовтарҙың ҙур йортонда  Дыуан-Мәсетле ауылында әле 12 кеше йәшәй. Улы ғаиләһендә — балалары һәм ейәндәре менән бергә барыһы менән дә хөрмәтләнгән һуғыш һәм хеҙмәт ветераны — ҡартаталары Әхәт йәшәй.

Ибраһимовтар ғаиләһе —опекундар (попечителдәр), баланы тәрбиәгә алған һәм патронат ғаиләләр республика һәм район конкурстары еңеүсеһе,  Беренсе дәрәжә дипломы һәм 50 мең һумлыҡ аҡсалата приз менән бүләкләнгән. Һәм әле бына абруйлы ғаиләгә «Газель» микроавтобусы тапшырылды. Башҡортостанда 18 йәшкә тиклемге туғыҙ йәки унан да күберәк балаһы булған ғаиләләргә бушлай «Газель» микроавтобусы бирелә. Микроавтобус алған көндө иң бәләкәйҙәре  Рауилға ике йәш тулды. Шуға ла Ибраһимовтар өсөн был көн икеләтә байрамға әйләнде.