3 декабрь, Шәмбе

11 август 2010 йыл, 10:33

Өфөлә икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар бер аҙнала 0,2 процентҡа артты

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөлә икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар һуңғы аҙнала 0,2 процентҡа артты. Бөтә төрҙәге фатирҙар буйынса квадрат метрына тәҡдим ителгән уртаса хаҡ 42,02 мең һум тәшкил итә.

Хаҡтың ныҡ күтәрелеүе ике бүлмәле фатирҙар сегментында билдәләнгән, уларға бер аҙнала хаҡ квадрат метрына 0,3 процентҡа артҡан. Башҡа төрлө фатирҙарға хаҡтар уртаса 0,2 процентҡа күтәрелгән.

Биҫтәләр буйынса торлаҡ үҙәктә һәм Октябрь проспектында ҡиммәтерәк, Шакшала һәм Затонда — арзаныраҡ.      

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлығы мәғлүмәтенә ҡарағанда, бөгөн иң арзан өс бүлмәле фатирҙы Өфөлә 1150 мең һумға К.Маркс урамынан алырға мөмкин. Уның майҙаны 45 квадрат метр. Ә иң ҡыйбатлыһы Киров урамында урынлашҡан —225 квадрат метр майҙанлы биш бүлмәле фатир 18,5 миллион һум тора.

Михайловкалағы 348 квадрат метрлыҡ йорт һаман да һатыуға ҡуйылған иң ҡиммәт коттедж булып ҡала. Уның хаҡы — 20 миллион һум.

Иң арзан бүлмәне Б.Хмельницкий урамынан алырға мөмкин (12 кв.м. майҙанлы, 530 мең һум), ә иң ҡыйбат бүлмә — С.Злобин урамында. Уның майҙаны — 19 кв.м., хаҡы — 950 мең һум.