9 декабрь, Йома

11 август 2010 йыл, 10:02

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүселәрҙән документтар ҡабул ителә

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияларҙы биреү буйынса комиссия сираттағы тапҡыр документтар ҡабул ителеүе тураһында иғлан итте.

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия тураһындағы положениеға ярашлы, ул 2009 йылдың сентябренән 2010 йылдың авгусына ҡәҙәр гәзит һәм журналдарҙа баҫылған, радио һәм телевидение аша тапшырылған, айырым китап итеп сығарылған, халҡыбыҙҙың тарихи үткәне һәм замандаштарыбыҙҙың образдары тәрән сағылдырылған, иҡтисад, социаль тормош, мәҙәниәт, экология, этика проблемалары күтәрелгән, уларҙы хәл итеү юлдары күрһәтелгән журналистика өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн БР һәм РФ Журналистар союзы ағзаларына бирелә.

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүгә әҫәрҙәрҙе республика Журналистар союзы идараһы, гәзит, журнал редакциялары, "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы, урындағы теле- һәм радиостудиялар, дәүләт власы һәм идаралығы органдары күрһәтә.

Материалдар түбәндәге адрес буйынса 1 сентябргә тиклем ҡабул ителә: 450077, Өфө, Кирова урамы, 45, БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы (үҙгәртеп ҡоролғанға тиклем — БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ). Бәйләнеш өсөн телефондар : (347) 273-51-50, 250-78-40.