7 декабрь, Шаршамбы

11 август 2010 йыл, 9:08

Туймазы халҡы һыу үткәреү өсөн аҡса йыйған

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Туймазыла Сулпан биҫтәһенең бер нисә урамы халҡы һыу торбалары үткәреү өсөн аҡса йыйған. Был урында шәхси йорт төҙөлөшө өсөн участкалар 20 йыл элек бирелә башлаған. Инженер коммуникациялары булмауы, атап әйткәндә, һыу үткәрелмәүе бығаса төп проблема булған.

Туймазы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡаҙылған ҡоҙоҡтарҙағы һыу тиҙ арала эсеүгә яраҡһыҙға әйләнә, ә коммуникациялар һуҙырға берәү ҙә ашыҡмай. Ашарға бешереү өсөн кешеләргә һыуҙы күрше ауылдарҙан ташырға тура килә. Ә хужалыҡ ихтыяждары өсөн һыуҙы һыу ташыусы машина хужаларынан һатып алалар. Урындағы хакимиәт төп һыу үткәргес торбаһын һалыуға булышлыҡ итә. Әммә һыу үткәргесте һәр урамға еткереүгә муниципаль район бюджеты средстволары етмәй.

Биҫтә халҡы проблеманы хәл итеүҙең альтернатив юлдарын эҙләй. Һәм «Туймазыводоканал» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән үҙҙәренең средстволары иҫәбенә һыу үткәреү тураһында килешеү төҙөй. Алдан әҙерләнгән смета буйынса һәр хужалыҡҡа 26-шар мең һумдан тура килә.

Әле йорттарға һыу икешәр сәғәт дауамында көнөнә өс тапҡыр бирелә. Ҡулланыусылар аҙ булғанға күрә, һыу һурҙырғыстарҙы тәүлек әйләнәһенә эшләтеү урынһыҙ. Күрше урамдар тоташтырылғас, һыу өҙлөкһөҙ килә башлаясаҡ.