4 декабрь, Йәкшәмбе

10 август 2010 йыл, 16:56

Өфөлә яңы ҡунаҡхана төҙөлөүе ихтимал

автор: Рәсул Хәмиҙуллин

«Кеско» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Өфөлә отель төҙөргә ниәтләй. Башҡортостандың баш ҡалаһынан тыш, ҡунаҡханалар илебеҙҙең йәнә биш ҡалаһында — Санкт-Петербургта, Ҡазанда, Екатеринбургта, Краснодар һәм Новороссийскиҙа төҙөлөүе ихтимал. Был маҡсатта Бөтә донъя банкы төркөмөнөң инвестицион бүлексәһе булған Халыҡ-ара финанс корпорацияһы (IFC) «Кеско» йәмғиәтенә 40 миллион доллар күләмендә кредит бирергә әҙер.

IFC мәғлүмәтенә ҡарағанда, проекттың дөйөм хаҡы 216,6 миллион доллар менән иҫәпләнә. Отелдәр менән Францияның Accor ҡунаҡханалар операторы идара итәсәк, тип күҙаллана.

«Кеско»ның Өфөлә эшләү тәжрибәһе бар. Компания ҡалала  «А» класындағы бизнес-үҙәктәрҙең береһен төҙөгән һәм файҙаланыуға тапшырған.

темалар: төҙөлөш