8 декабрь, Кесе йома

10 август 2010 йыл, 15:34

"Уралаэрогеодезия" Башҡортостандың алты районының цифрлы электрон карталарын сығарҙы

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

"Уралаэрогеодезия" федераль дәүләт унитар предприятиеһы белгестәре менән Башҡортостандың алты районының цифрлы электрон карталары әҙерләнгән һәм эшләп сығарылған. Хәҙер уларҙа устағы кеүек Бәләбәй, Тәтешле, Ауырғазы, Әлшәй, Ғафури һәм Яңауыл райондары күренә.

Картала бар торама пункттар ҙа, юлдар, йылғалар селтәре, рельефтар ҙа ентекләп күрһәтелгән. Былар барыһы ла картаны һәр төрлө эшмәкәрлектә файҙаланырға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, сәнәғәт объекттарын планлаштырғанда, тәбиғәт ресурстарын үҙләштергәндә, мелиорация, ауыл һәм урман хужалығы, геологик разведкалау кеүек тармаҡтарҙы тәьмин итеү өсөн. Карта шулай уҡ файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар сығарғанда, торама пункттарҙы планлаштырғанда һәм төҙөгәндә, сәйәхәт һәм походтар маршрутын әҙерләгәндә лә файҙалы буласаҡ. Уның ярҙамында ял итеү, балыҡ тотоу, һунар итеү өсөн урын һайлауы еңелләшәсәк. Картаны электрон төрҙә лә, ҡағыҙҙа ла һатып алырға мөмкин.