5 декабрь, Дүшәмбе

10 август 2010 йыл, 13:26

Башҡортостандың янғын һүндереүселәре ҡайтып килә

автор: Юлай Мәғсүмов | фото: Марат Борханов

2 августан алып аҙна дауамында Башҡортостандың 100 янғын һүндереүсеһе һәм 21 техника берәмеге Нижегородка өлкәһендә командировкала булды. Ут һүндереүселәр урман янғындарына ҡаршы көрәштә ҡатнашты. Янғын һүндереүселәребеҙ Выкса ҡалаһы районындағы ете торама пункт өсөн яуаплы ине. «Башинформ» агентлығына РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Марат Борхановтың хәбәр итеүенсә, Башҡортостан ҡотҡарыусылары урман янғындарын һүндергән һәм тораҡ пункттарҙы уттан һаҡлаған.

Улар хеҙмәтен бишлегә башҡарған, урманда үрҙән таралған янғынды һүндереүҙә ҡатнашҡан. Эштәре өсөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Волга буйы төбәк үҙәге етәкселегенән рәхмәт хаты алған, шулай уҡ айырыуса тырышлыҡ күрһәткәндәргә дәүләт һәм ведомство наградалары тапшырыуға документтар әҙерләнгән. Әле янғын һүндереүселәр тулы составта ҡайтырға сыҡҡан. Бөгөн Ҡазанда ялға туҡтау планлаштырыла, ә Өфөгә улар 11 августа кискеһен ҡайтып етергә тейеш.