9 декабрь, Йома

10 август 2010 йыл, 11:33

Өфө Рязангә гуманитар ярҙам күрһәтәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөнән алдағы ике көндә янғындан айырыуса зыян күргән төбәктәргә гуманитар ярҙам ебәреләсәк. Был турала бөгөн Өфө хакимиәтендә барған оператив кәңәшмәлә уның башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

Уның әйтеүенсә, ҡала халҡы менән етерлек күләмдә  кейем-һалым, аяҡ кейеме, уйынсыҡтар йыйылған. Бер кем дә был акцияны маҡсатлы рәүештә үткәрмәгән, ярҙамға әйберҙәр йыйыу башлыса ҡала халҡының үҙенең инициативаһы менән башҡарылған.

Гуманитар ярҙамдың беренсе партияһы тейешле һаҡ аҫтында Рязань өлкәһенә оҙатыласаҡ. Был төбәк етәкселеге менән кәрәкле һөйләшеүҙәр үткәрелгән дә инде.