5 декабрь, Дүшәмбе

07 август 2010 йыл, 12:55

Күмертау хакимиәтендә үҙгәрештәр булып үтте

автор: "Башинформ"

Бөгөн Күмертау ҡалаһында ҡала округы Советы ултырышы булып үтте, унда Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы вәкәләттәрен алдан туҡтатыу мәсьәләһе ҡаралды.  

Ҡала хакимиәте вазифаһын биләгән Сергей Афонин үҙ теләге менән вазифаһынан бушатылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Президентының 2010 йылдың 4 авгусындағы Указы менән ул БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

Совет депутаттары Күмертау ҡалаһы ҡала округы  хакимиәте башлығы вазифаһын үтәүҙе Беляев Борис Владимировичҡа йөкмәтте.

Б.В. Беляев  ҡала округы Советы тарафынан конкурс һөҙөмтәләре буйынса ошо вазифаға тәғәйенләнгән кеше вазифаһына ингәнгә тиклемге осорҙа хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарасаҡ.