Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Учалы районы хакимиәте етәкселегендә үҙгәрештәр

Сәйәсәт

Бөгөн Учалыла Учалы район Советы ултырышы булды. Унда хакимиәт башлығы вәкәләттәрен алдан туҡтатыу мәсьәләһе ҡаралды.

Район хакимиәте башлығы вазифаһын биләүсе Азат Йыһаншин, икенсе эшкә күсерелеү сәбәпле, үҙ теләге менән вазифаһынан бушатылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең 2010 йылдың  4 авгусындағы Указы менән Азат Йыһаншинды БР ауыл хужалығы министры итеп тәғәйенләне.

Муниципаль районы Советы ҡарары менән Учалы райони хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу Камил Уразаевҡа йөкмәтелде.

К.А. Уразаев муниципаль район Советы тарафынан конкурс һөҙөмтәләре буйынса ошо вазифаға тәғәйенләнгән кеше вазифаһына ингәнгә тиклемге осорҙа хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть