11 декабрь, Йәкшәмбе

10 август 2010 йыл, 10:34

Башҡортостан менән «Эшлекле Рәсәй» хеҙмәттәшлек итеү тураһында килеште

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

9 августа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Эшлекле Рәсәй» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы делегацияһы һәм уның рәйесе Борис Титов менән осрашты.

Һөйләшеүҙәр барышында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды, уны, Титов әйтеүенсә, «берлектәге аныҡ программалар менән тулыландырыу кәрәк буласаҡ әле». Ул эштең төрлө йүнәлеш буйынса алып барыласағын билдәләне.

Иң элек, инвестиция климатын яҡшыртыу, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү институттарын үҫтереү, һәр кем һатып ала алырлыҡ торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендә инфраструктура булдырыу буйынса берлектәге эшмәкәрлек, сауҙа селтәрҙәре һәм финанс өлкәһе үҫеше буйынса килешеүгә өлгәшелде.

— Беҙҙең ойошма конкурент көрәшенән ҡурҡмай. Беҙгә ярҙам кәрәкмәй. Иң мөһиме, беҙ республикала бизнес менән шөғөлләнгән бар ойошмалар ҙа тигеҙ шарттарҙа буласаҡ, тигән вәғәҙә алдыҡ, — тип белдерҙе бизнесмен.

"Төбәктең үҙенең сеймал, тәбиғәт ресурстары булыуы, ауыл хужалығындағы ҙур мөмкинлектәр иң мөһим фактор булып тора, — тип билдәләне ул. — Бынан тыш иҡтисадта конкурент һәләтлелектең иң мөһим факторы – ирекле хеҙмәт ресурстары”.

Әлеге ваҡытта был 400 мең самаһы кеше. «Дөйөм алғанда ил буйынса хеҙмәт ресурстарының дефициты күҙәтелгәндә, уның Башҡортостанда етәрлек булыуы уның өсөн инвестициялар ағымына айырым шарттар тыуҙыра”, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды “Эшлекле Рәсәй” рәйесе.

— Граждандар йәмғиәте институттарының береһе булараҡ беҙ яҡшы аңлайбыҙ, әгәр республикала конкуренттарға ҡарағанда, хатта Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә ҡарағанда уңайлыраҡ шарттар булдырһаҡ, инвесторҙар тап ошонда киләсәк. Был беҙҙең бурыс. Барыһы ла был ситуацияның ни тиклем тиҙ үҙгәреүенән торасаҡ. Минең уйлауымса, инвестициялар Башҡортостанға яҡын аралағы айҙарҙа уҡ йәлеп ителеүе мөмкин, — тип ышанысын белдерҙе Борис Титов.