5 декабрь, Дүшәмбе

10 август 2010 йыл, 10:04

Башҡортостан шашкасылары Польшала 11 миҙал яуланы

автор: Юлай Мәғсүмов

Польшаның Минск-Мазовецк ҡалаһында халыҡ-ара шашкалар бьуйынса Европа беренселеге тамамланды. Башҡортостандың егет һәм ҡыҙҙары, төп һәм тиҙ уйналыусы программаларҙа сығыш яһап, 11 миҙал алды.  Шуларҙың береһе — алтын, алты көмөш һәм дүрт бронза миҙал.  

Иң яҡшы һөҙөмтәләр Айнур Шәйбәковта, Дамир Рысаевта, Юлиә Вәлиевала, Марсель Шәрәфетдиновта, улар икешәр миҙал яуланы. Ярышта 16 илдән йәмғеһе 250 йәш шашкасы ҡатнашты.

темалар: шашка