4 декабрь, Йәкшәмбе

10 август 2010 йыл, 9:53

Башҡортостанда сусҡаларҙың африка тағунын индермәүгә ҡаршы саралар күрелә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанда сусҡаларҙың африка тағуны ауырыуын республика территорияһына индермәү өсөн саралар күрелә. «Башинформ» агентлығына БР Ветеринария идаралығы начальнигы Баязит Ғәлимовтың хәбәр итеүенсә, зарарланыу осраҡтары асыҡланмаһа ла, төбәктә хәл көсөргәнешле булып ҡала.

— Сусҡасылыҡ предприятиеларына ҙур иғтибар бирелә, — тип белдерҙе ул. Уларҙа санитар режим күҙәтелә, тикшереүҙәр алып барыла һәм малдарға профилактик вакцинация үткәрелә.

Бөгөнгө көндә республикала башҡа төбәктәрҙән, айырыуса Рәсәйҙең көньяғынан сусҡалар ҡайтарыу тыйылған. Шәхси хужалыҡтарҙағы малдарҙың һәм ҡырағай ҡабандарҙың хәл-торошон күҙәтеү көсәйтелгән.

Шул уҡ ваҡытта, күптән түгел малдың африка тағуны менән ауырыу осрағы Волгоград өлкәһендә асыҡланған. Тағундың ҙур сығанаҡтары Ростов өлкәһендә теркәлгән.

Был ауырыу сәләмәт малдың сирлеләре менән контактынан ғына түгел, шулай уҡ мал аҙығы, көтөүлектәрҙән дә тарала. Вирусты бөжәктәр, ҡырағай ҡоштар һәм йәнлектәр ҙә тарата ала. Зарарланған мал 2-5 көндән һуң һәләк була.

Ауырыу һәр ваҡыт малдың ҡырылыуына килтергәнгә күрә, африка тағунынан иҡтисади зыян үтә ҙур. Вирус сиктәрҙе еңел үтә һәм бер нисә тәүлек эсендә меңдәрсә баш сусҡаны юҡ итергә һәләтле. Әгәр ауырыу хужалыҡҡа йәки тораҡ пунктҡа эләкһә, ҡотолоу юлы бер – бар малдарҙы һуйып, барыһын да утҡа яғыу.  Сирле малдарҙы дауалау тыйыла. Тағы сусҡалар ҡайтарырға теләһәгеҙ, ентекле дезинфекция үткәрелгәндән һуң йәнә бер йыл көтөргә тура киләсәк. Кешегә был ауырыу йоҡмай.