11 декабрь, Йәкшәмбе

09 август 2010 йыл, 16:23

Сибай 55 йыллыҡ юбилейын ижади конкурстар менән билдәләйәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Сибай ҡалаһы хакимиәте ҡалаға нигеҙ һалыныуҙың 55 йыллығы айҡанлы бер юлы бер нисә күпме конкурста ҡатнашыуға заявкалар ҡабул ителеүе тураһында иғлан итте.

Шулай итеп, «Сибайҙы данлап» ижади конкурсында ҡатнашыуға композиторҙар, балетмейстерҙар, шағирҙар һәм сәсәндәр саҡырыла. Шул уҡ мәлдә ҡатнашыусылар йәше сикләнмәй. Уларҙың эштәре өс номинацияла билдәләнәсәк: ҡала тураһында иң яҡшы композиторлыҡ эше, иң яҡшы хореография ҡуйылышы һәм иң яҡшы шиғыр йәки ҡобайыр.

Параллель рәүештә «Сибай — оҫталар ҡалаһы» милли кәсептәр, биҙәү-ҡулланма һәм һынлы сәнғәт оҫталары конкурсы үткәрелә. Унда ҡатнашыу өсөн заявкалар ике йүнәлеш буйынса ҡабул ителә — «Традицион милли кәсептәр, биҙәү-ҡулланма һәм һынлы сәнғәт» һәм «Фәнни-техник ижад».

Шулай уҡ «Сибай ҡалаһының милли байрам ризыҡтары» милли аш-һыу рецептары конкурсы ла ҡала юбилейына ҡарата ойошторола. Конкурс еңеүселәре һәм бүләкләнеүселәре 11 сентябрҙә Ҡала көнөн байрам иткәндә ҡиммәтле бүләктәр аласаҡ.

темалар: конкурстар