4 декабрь, Йәкшәмбе

09 август 2010 йыл, 15:35

Бөтә Рәсәй Физкультурниктар көнө алдынан Өфөлә яңы спорт майҙансығы асыласаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Шишәмбе көндө, 10 августа, Өфөлә 800 квадрат метрлыҡ яңы универсаль спорт майҙансығы асыласаҡ. Ул баш ҡаланың Киров районында физкультура-һауыҡтырыу комплексы биләмәһендә төҙөлгән (Сеченов урамы, литер А).

Спорт майҙансығы бер юлы 30 кешене хеҙмәтләндерә ала. Бында һәр кем мини-футбол, волейбол, баскетбол, гандбол, стритбол кеүек спорт төрҙәре менән шөғөлләнеп, сәләмәтлеген нығыта ала, шулай уҡ эстафеталар үткәрергә лә мөмкин. Шуны ла билдәләргә кәрәк, майҙансыҡ махсус йомшаҡ япмаға эйә — ул ҡолағанда имгәнеүҙән һаҡлай.  

«Башинформ» агентлығына Өфөнөң Киров районы спорт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, был 2007-2011 йылдарға иҫәпләнгән балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү буйынса ҡала маҡсатлы программаһы сиктәрендә төҙөлгән бишенсе майҙансыҡ районда.

Тәүгеләрҙән булып бүләкте Киров районы предприятиелары һәм ойошмалары  хеҙмәткәрҙәре баһалай аласаҡ, улар өсөн сәғәт 10-да Физкультурниктар көнөнә арналған Спартакиада башланасаҡ.

Спорт майҙансығын асыу тантанаһы сәғәт 12-гә билдәләнгән.