7 декабрь, Шаршамбы

09 август 2010 йыл, 14:36

Федераль ҡаҙна Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенә кредиттар буйынса проценттарҙы ҡайтарҙы

автор: Любовь Колоколова

«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ошо көндәрҙә федераль ҡаҙнанан Рәсәй кредит ойошмаларынан алынған кредиттар буйынса проценттарҙы түләүгә киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау сифатында 231,2 миллион һум алды.

2005 йылдан алып дәүләт бындай саралар менән Рәсәй Федерацияһы предприятиеларын экспортҡа сығарылыусы юғары технологиялы продукция күләмен арттырыуға дәртләндерә.

Кредиттар буйынса проценттарҙы түләүгә киткән сығымдарҙы ҡаплау хоҡуғы юғары дәрәжәлә эшкәртелгән сәнәғәт продукцияһын өс йылдан ашыу экспортҡа оҙатҡан предприятиеларға бирелә. Бынан тыш, предприятиелар бер нисә талапҡа яуап бирергә тейеш, атап әйткәндә, кредит средстволарын экспортты ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтергә, кредит килешеүҙәрен ваҡытында үтәргә һәм федераль бюджетҡа һәм дәүләттең бюджеттан тыш фондтарына мотлаҡ түләүҙәрҙе ваҡытында башҡарырға тейеш.