9 декабрь, Йома

09 август 2010 йыл, 13:21

БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры үҙенең блогын асты

автор: Эльмира Сабирова

БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин интернетта, «Йәнле журнал» битендә үҙенең блогын асты: http://anikerin.livejournal.com/.

Тәүге яҙмаһында ул былай тигән: «Блог булдырыу уйы күптән барлыҡҡа килгәйне, әммә нисектер һаман ҡул етмәне. Был ысынлап та шулай. Хәҙер үҙемдең көндәлегемде булдырыуға ваҡыт еткәндер, тип иҫәпләйем. Ә Башҡортостан Республикаһы Президентының блогы булыуы мине сәмләндерә генә. Йәштәр сәйәсәте министрлығына, етәксеһенә йәштәр менән тура бәйләнеш каналының булмауы бөтөнләй гөнаһ. Шулай итеп барығыҙҙы ла яңы мөмкинлектәр менән ҡотлайым».

Бындай диалог формаһының көнүҙәк булыуын һәм ҙур һорау менән файҙаланыуын билдәләү мөһим. Александр Никерин фекеренсә, «был блог – асыҡлыҡҡа һәм аралашыуға йәнә бер аҙым». Әйткәндәй, бер көн эсендә генә йәштәр ведомствоһы етәксеһенең блогы биттәрендә 700-гә яҡын комментарий ҡалдырылған.

Блогҡа инеүселәрҙе төбәктә спорт үҫеше, яңы спорт ҡоролмалары төҙөлөшө, йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү, “фатир” мәсьәләһе, балалар тренерҙарының эш хаҡы һәм башҡа бихисап темалар ҡыҙыҡһындыра.

Бер һорау ҙа яуапһыҙ ҡалдырылмаясаҡ, тип ышандыра үҙенең блогында министр.   «Һеҙҙең бар тәҡдимдәрегеҙ, тәнҡит, ярҙамығыҙ системаға һалынасаҡ һәм минең шәхси контролем аҫтында урындарға ( муниципалитеттарға һәм ойошмаларға) йүнәлтеләсәк».