Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Киләһе аҙнала «Салауат Юлаев» матчтарына абонементтар һатыла башлаясаҡ

Йәмғиәт

2010-2011 йылдар миҙгелендә КХЛ Чемпионаты – Хоккей буйынса Рәсәй асыҡ чемпионаты матчтарына абонементтар шишәмбе көндө, 10 августа, һатыла башлаясаҡ.

«Салауат Юлаев» хоккей клубының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, юридик шәхестәр өсөн ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү юлы менән абонементтар һатыу 10 — 19 августа алып барыласаҡ. Уларҙы һатып алыу өсөн үҙең менән абонементтар алдан тәғәйенләнгән ойошманан ышаныс ҡағыҙы, шулай уҡ шәхес танытмаһы кәрәк буласаҡ.

Физик шәхестәргә абонементтар 20 августан 29-ына ҡәҙәр һатыласаҡ. Сикләүҙәр бар – бер ҡулға өсәр абонементтан артыҡ һатырға ярамай.

Эш көндәрендә «Өфө-Арена» боҙ комплексы кассалары 9 — 21 сәғәттәрҙә эшләй, ял көндәрендә —  10 — 20 сәғәттәрҙә.

Миҙгел абонементтары хаҡы кимәлдәр һәм секторҙарға ҡарап 2160 һумдан 17550 һумға тиклем тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть