6 декабрь, Шишәмбе

09 август 2010 йыл, 10:32

Әсәлек капиталы мөмкинлектәре арта

автор: Сергей Захаров

2010 йылдың 28 июлендә Рәсәй Президенты «Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү һәм әсәлек (ғаилә) капиталы средстволары иҫәбенә бер тапҡыр бирелеүсе түләү башҡарыу тәртибе тураһында»ғы Федераль законына ҡул ҡуйҙы.

Рәсәй Юстиция министрлығының БР буйынса Идаралығынан аңлатыуҙарынса, индерелгән үҙгәрештең асылы шунан ғибәрәт: хәҙер закон әсәлек капиталын ойошма-подрядсыны йәлеп итмәйенсә башҡарылған шәхси төҙөлөшкә йүнәлтергә рөхсәт бирә.

Был иһә, аралашсы ойошма менән подряд килешеүе төҙөмәйенсә, ғаиләнең йортто үҙ аллы төҙөй алыуын аңлата. Торлаҡ йортто реконструкциялауҙы ла хәҙер  үҙ көсөң менән үткәрергә рөхсәт ителә.

Бынан тыш, йортҡа хоҡуғығыҙ 2007 йылдың 1 ғинуарынан һуң теркәлгән икән, һеҙгә төҙөлөшкә киткән сығымға компенсация тейешле.  

Закон менән йәнә матди средстволар биреү тәртибе лә билдәләнгән: төҙөлөш (реконструкция) башлағас та, тейешле рөхсәт ҡағыҙҙарын тапшырғандан осраҡта, әсәлек капиталының 50 процентынан артмаған сумманы ҡулға алырға мөмкин, ә ҡалған өлөшө алты айҙан һуң биреләсәк.    

Әсәлек капиталын ҡулланып һатып алынған (төҙөлгән, реконструкцияланған) торлаҡ бина, милекселәр өлөшө күләмен килешеү буйынса билдәләп, ата-әсәләр һәм балаларҙың уртаҡ милке итеп теркәлә.

Яңы закон кредит средстволарын йәлеп итмәйенсә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, балаларға белем биреү һәм хеҙмәт пенсияһының тупланма өлөшөнә күсереү маҡсатында әсәлек капиталын ҡулланыу өсөн ғариза биреү тәртибенә лә үҙгәрештәр индерҙе.

Хәҙер ғаризаны икенсе йәки киләһе балағыҙҙың өс йәше тулғандан һуң үҙегеҙгә уңайлы ваҡытта тапшырырға мөмкин.

Бынан тыш, өҫтәмә дәүләт ярҙамы сараларына хоҡуғы булған ғаиләләргә 12 мең һум күләмендәге бер тапҡыр бирелеүсе түләү алыу мөмкинлеген Федераль закон  2011 йылдың 1 майына тиклем оҙайтты. Был аҡсаны кисектергеһеҙ ғаилә ихтыяжында ҡулланырға мөмкин.

Шулай уҡ «Граждандар хәле акттары тураһында»ғы Федераль законға ла үҙгәрештәр индерелә. Уларға ярашлы, әгәр бала ғүмеренең беренсе аҙанаһында үлһә, тыуыу тураһында белешмә урынына тыуыу тураһында таныҡлыҡ биреләсәк.  

Бындай документ биреү әсәлек капиталы средстволары аласаҡ граждандар һанын арттырасаҡ, тип хәбәр итә юстиция органдары.