5 декабрь, Дүшәмбе

06 август 2010 йыл, 16:30

«Интернет-Нефтекама» сайттар конкурсы старт алды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Нефтекамала ҡаланың иң яҡшы селтәр ресурстарына ярҙам итеү һәм уларҙы популярлаштырыуға йүнәлтелгән «Интернет-Нефтекама» конкурсы старт алды. Уны ойоштороусылар халыҡ, дәүләт, йәмәғәт ойошмаларының һәм бизнес-берләшмәләрҙең иғтибарын Интернет мөмкинлектәренә, халыҡ хужалығы, мәғариф һәм бизнестың төрлө тармағына заман технологияларын әүҙем индереүгә  йүнәлтергә иҫәп тота.

Ҡала халҡы өсөн көнүҙәк мәғлүмәткә эйә — белем биреү, күңел асыу төрөндәге, эш, спорт менән бәйле, тарихи, мәҙәни, фәнни материалдар урынлаштырылған Нефтекама сайттары конкурста ҡатнашыуға саҡырыла. Ойошма коллективтары ла, айырым кешеләр ҙә ҡатнаша ала.

Конкурс Белешмә-мәғлүмәт сайты, Киң мәғлүмәт саралары сайттары, Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт, Ғилми ойошмалар сайты, Персональ биттәр, Интернет-көндәлек, Спорт, сәләмәтлек, күңел асыу, ял кеүек һәм башҡа номинацияларҙа үткәрелә.

Һәр номинация еңеүсеһе тауыш биреү һәм конкурс комиссияһы ағзалары ҡуйған баһаларҙы ҡушыу юлы менән билдәләнәсәк.