Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Йәмғиәт

9 һәм 10 августа Башгидромет синоптиктары һауа температураһының бер аҙ түбәнәйеүен күҙаллай. Көндөҙ 28-33 градус йылы буласаҡ. Ошо уҡ көндәрҙә кискә табан республиканың көнсығышында урыны менән йәшенле ямғырҙар яуыуы ихтимал. Күк күкрәгәндә көслө ел иҫәсәк. Үкенескә күрә, яуым-төшөмдәр ҡоролоҡтан ныҡ зыян күргән Урал аръяғы райондарын һаман урап үтә.

Синоптиктар йәшенле ямғырҙар ғына түгел, яуым-төшөмһөҙ ҡоро йәшендәрҙе лә прогнозлай. Уларҙан яҡшылыҡ көтөргә тура килмәй, сөнки бындай йәшен зарядынан янғындар арта ғына.  

Республика өҫтөндә бына инде өс ай буйына ямғыр фронттарын беҙҙән ситкә ҡыуыусы антициклон хакимлыҡ итә. ул Азор антициклоны иҫәбенә көсәйә генә бара.  

Башгидрометтың баш синоптигы Анна Козаева «Башинформ» агентлығына интервьюһында бындай эҫе һауа торошоноң кәм тигәндә икенсе аҙна аҙағынаса һаҡланасағын раҫланы. Республикала ҡоролоҡ буйынса ғәҙәттән тыш режим һаҡлана.  Йылғалар кимәле төшөүен дауам итә. Грунт һыуҙары бөтөп бара, һәм оҙайлы ҡойма ямғырҙар ҙа элекке балансты тиҙ арала тергеҙә алмаясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть