Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Төҙөүселәр көнө менән!

Сәйәсәт

Августың икенсе йәкшәмбеһендә илебеҙҙә Төҙөүселәр көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары исеменә һөнәри байрамдары менән ҡотлау ебәрҙе. Ҡотлауҙа, атап әйткәндә, шулай тиелә:

«Төҙөүсе һөнәре беҙҙең илдә элек-электән киң таралған һәм абруйлы профессияларҙың береһе. Һәм бөгөн Төҙөүселәр көнө — ысын мәғәнәһендә бөтә халыҡ байрамы ул.

Дәүләт программаларын ғәмәлгә ашырыуҙа, иҡтисадты һәм социаль өлкәне модернизациялауҙа һәм инновацион яҡтан үҫтереүҙә республиканың төҙөлөш комплексына айырым урын бирелә. Тармаҡта алдынғы төҙөлөш технологияларын, заманса юғары сифатлы материалдар һәм конструкцияларҙы индереү әүҙем бара. Инвестиция эшәмәкәрлегендә, подряд эштәрен башҡарыуҙа күҙәтелгән ыңғай тенденциялар нығына.  

Төҙөүселәр хеҙмәте айырыуса халыҡ тормошоноң матди һәм мәҙәни кимәлен күтәреү өсөн кәрәк. Бөтә донъя иҡтисади көрсөгө шарттарында ла яңы етештереү ҡеүәттәрен сафҡа индереү, төҙөлөш индустрияһы үҫеше, күперҙәр, юлдар һалыу, ҡала һәм ауылдарҙа социаль өлкә объекттары төҙөү дауам итә.  Торлаҡ төҙөлөшөнә, шул иҫәптән аҙ ҡатлы төҙөлөшкә, торлаҡ объекттарының ҡулланыу үҙенсәлектәрен яҡшыртыуға ҙур иғтибар бирелә. Әлеге ваҡытта күләмде эҙмә-эҙлекле арттыра барыу һәм сафҡа индерелеүсе торлаҡ хаҡын арзанайтыу үтә мөһим!  

Иманым камил, һеҙҙең йүнселлегегеҙ, оҫталығығыҙ һәм ижади инициативағыҙ тармаҡ предприятиеларын техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу һәм финанс йәһәтенән һауыҡтырыу буйынса яуаплы мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итеүгә,  республикала төҙөлөш процесын ойоштороуҙы бар йәһәттән камиллаштырырға булышлыҡ итәсәк.

Һеҙгә һәм һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, һеҙҙең бик кәрәкле эшмәкәрлегегеҙҙә яңы етди ҡаҙаныштар теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З.Хәмитов».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть