3 декабрь, Шәмбе

06 август 2010 йыл, 8:51

Фидус Ямалетдинов Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры итеп тәғәйенләнде

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

БР Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең 2010 йылдың 4 авгусындағы Указы менән Фидус Ямалетдиновты БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләне.

Биографик белешмә. Фидус Әғләм улы Ямалетдинов  1953 йылдың 4 ғинуарында  Дүртөйлө районының Яңы Солтанбәк ауылында тыуған. Юғары белемле, Өфө авиация институтын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1974 йылда Өфө моторҙар эшләү заводының торба үткәргес цехы көйләүсеһе булып башлаған.  

1980–1983 йылдарҙа — Өфөнөң “Молния” агрегат-конструкторлыҡ бюроһының инженер-көйләүсеһе, өлкән мастеры.

1983-1986 йылдарҙа — КПСС-тың Өфө ҡалаһы Ленин район комитеты сәнәғәт-транспорт бүлеге инструкторы, мөдире.

1986-1991 йылдарҙа — Өфөнөң халыҡ депутаттары Ленин район Советының башҡарма комитеты рәйесе.

1991-1992 йылдарҙа — коммуналь хужалыҡ идаралығы начальнигы — халыҡ депутаттарының Өфө ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары.

1992-1995 йылдарҙа — Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары.

1995-2000 йылдарҙа — Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы.

2000-2003 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары.

2003 йылдан алып әлеге көнгә тиклем — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары –  БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры.  

Фидус Ямалетдинов — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы, Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнгән.