4 декабрь, Йәкшәмбе

06 август 2010 йыл, 10:20

Башҡортостандың яңы Хөкүмәте эш башланы

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

Бөгөн Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов яңы Хөкүмәттең беренсе ултырышын үткәрҙе.

Залға ингәс, республика башлығы ҡайтанан тәғәйенләнгән вице-премьерҙар, министрҙар, дәүләт комитеттары һәм идаралыҡ етәкселәренең һәр береһе менән ҡул биреп күреште.

Рөстэм Хәмитов Хөкүмәт составына профессиональ, юғары класлы белгестәр инеүен билдәләне.

— Бөгөндән алып мин һеҙҙең эшегеҙ өсөн яуап бирәм, ә һеҙ фәҡәт халыҡ мәнфәғәтендә эшләйһегеҙ, — тине Президент, министрҙар кабинетына мөрәжәғәт итеп.

Ул артабанғы уртаҡ эштең емешле, Башҡортостандың бар халҡы өсөн файҙалы һәм кәрәкле булырына ышанысын белдерҙе.