3 декабрь, Шәмбе

06 август 2010 йыл, 11:18

Суд приставтары бурыслыны поездан тапҡан

автор: Ольга Мортазина | фото: Сергей Спатар

«Силәбе — Һамар» поезы пассажирҙарының береһе поезд Өфө вокзалында туҡталған ваҡытта ла йоҡоһонан уянырға ашыҡмай. Әммә, тыныслыҡты боҙоп, алдына суд приставтары килеп баҫа. Эш шунда, 30 йәшлек ир Урал ҡалаларында фатирҙарға ремонт яһап, йәшәргә аҡса таба, әммә үҙенең туғыҙ йәшлек улы тураһында бөтөнләй онота.

Эҙләү барышында суд приставтары бурыслының Һамар өлкәһе Чапаевск ҡалаһына юлланыуын асыҡлай, һәм Өфөлә туҡталған арала уға Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре менән танышырға тура килә, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.

Бурысты ҡаплау иҫәбенә алимент түләргә теләмәгән ирҙән ҡиммәтле кеҫә телефоны тартып алына. Атайлыҡ бурысын башҡаса онотмаһын өсөн уның менән артабан Чапаевск суд приставтары шөғөлләнәсәк.