5 декабрь, Дүшәмбе

05 август 2010 йыл, 21:25

Шамил Вахитов БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

2010 йылдың 4 авгусындағы Башҡортостан Президенты Указы менән Шамил Вахитов БР Хөкүмәте  Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнгән.

Биографик белешмә. Шамил Хөснулла улы Вахитов 1954 йылдың 4 февралендә Мәләүез районы Ергән ауылында тыуған.

Юғары белемле. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген “Стәрлетамаҡ” совхоз-техникумын тамамлағандан һуң 1973 йылда Мәләүез районының СССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге колхозда ветеринар- техник булып башлай.

1973-1975 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1975-1985 йылдарҙа — Мәләүез районы СССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге колхозда һөтсөлөк комплексы идарасыһы, колхоз рәйесе урынбаҫары, рәйесе.

1985-1989 йылдарҙа —КПСС-тың Мәләүез ҡала комитетының икенсе секретары.

1989-1991 йылдарҙа—БАССР халыҡ депутаттарының Мәләүез район Советы башҡарма комитеты рәйесе.

1991-1992 йылдарҙа — БАССР халыҡ депутаттарының Мәләүез район Советы рәйесе.

1992-1995 йылдарҙа — Мәләүез районы хакимиәте башлығы— район Советы рәйесе.

1995-1997 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары.

1997-2001 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Ер ресурстары һәм ер төҙөлөшө буйынса дәүләт комитеты рәйесе.

2001-2007 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһы Ер ресурстары һәм ер төҙөлөшө буйынса дәүләт комитеты рәйесе.

2007 йылдан алып әлеге көнгә тиклем – БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – БР ауыл хужалығы министры.

Шамил Вахитов — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, “Халыҡтар дуҫлығы” һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры.