8 декабрь, Кесе йома

05 август 2010 йыл, 21:17

Рөстәм Хәмитов Юрий Пустовгаровты Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры итеп тәғәйенләне

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Республика Президенты Рөстәм Хмитов 2010 йылдың 4 авгусында үҙенең Указы менән Юрий Пустовгаровты БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләне.

Биографик белешмә. Юрий Леонидович Пустовгаров 1964 йылдың 8 ноябрендә Белоретта тыуған. Юғары белемле, Магнитогорск тау-металлургия институтын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1986 йылда Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә инженер-технолог булып башлаған.

1986 — 1996 йылдарҙа -  «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ҡойоу цехы начальнигы урынбаҫары, 1б цехының технология бюроһы начальнигы, план-иҡтисад бүлеге начальнигы.

1996 йылда — «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының иҡтисад мәсьәләләре буйынса урынбаҫары.

1996-1998 йылдарҙа— берекмәнең генераль директоры урынбаҫары – коммерция директоры.

1998 йылда – берекмәнең 1б цехы начальнигы.

1998-2001 йылдарҙа — берекмәнең генераль директоры урынбаҫары — коммерция директоры.

2001-2004 йылдарҙа — «ӨМЭПБ» йәмғиәтенең техник директоры.

2004-2006 йылдарҙа — «ӨМЭПБ» йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһын башҡарыусы, генераль директоры.

2006 йылда — БР Хөкүмәте  Премьер-министры урынбаҫары – БР иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министры.

2006-2009 йылдарҙа — БР Хөкүмәте  Премьер-министры урынбаҫары – БР сәнәғәт, инвестицион һәм инновацион сәйәсәт министры.  

2009-2010 йылдарҙа — БР Хөкүмәте  Премьер-министры урынбаҫары – БР сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры.

2010 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем — БР Хөкүмәте  Премьер-министры урынбаҫары – БР сәнәғәт, инвестицион һәм инновацион сәйәсәт министры.

Юрий Пустовгаров «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе» тигән маҡтаулы исем йөрөтә.