9 декабрь, Йома

05 август 2010 йыл, 20:56

Айрат Ғәскәров БР финанс министры вазифаһында ҡалды

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

2010 йылдың 4 авгусында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Айрат Ғәскәровты БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР финанс министры итеп тәғәйенләү тураһындағы Указына ҡул ҡуйҙы.

Биографик белешмә. Айрат Рафиҡ улы Ғәскәров 1963 йылдың 5 октябрендә Шишмә районының Шишмә эшселәр ҡасабаһында тыуған. Юғары белемле. Бөтә Союз финанс-иҡтисади институтын ситтән тороп тамамлаған, иҡтисад фәндәре кандидаты.  

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1981 йылда БАССР-ҙың Финанс министрлығы иҡтисадсыһы булып башлай.

1981-1983 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.

1983-1991 йылдарҙа — БАССР Финанс министрлығының ревизор-инспекторы, өлкән ревизор-инспекторы, төп ревизор-инспекторы, бүлек начальнигы урынбаҫары.

1991 йылда —РСФСР Коммунистар партияһы Башҡортостан республика комитетының финанс-хужалыҡ бүлеге инструкторы.

1991-1993 йылдарҙа — Башҡортостан идара академияһының план-финанс бүлеге начальнигы.

1993-1995 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының финанс директоры.

1995-2000 йылдарҙа — БР финанс министры урынбаҫары.

2000-2002 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Пенсия фонды бүлексәһе – Башҡортостан Республикаһы буйынса Берҙәм пенсия хеҙмәте идарасыһы.

2002-2008 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — БР финанс министры.

2008 йылдан алып әлеге көнгә тиклем Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары — БР финанс министры булып эшләй.  

Айрат Ғәскәров — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.