4 декабрь, Йәкшәмбе

05 август 2010 йыл, 20:37

Зөһрә Рәхмәтуллина Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры итеп тәғәйенләнде

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

2010 йылдың 4 авгусында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Зөһрә Рәхмәтуллинаны БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһындағы Указына ҡул ҡуйҙы.

Биографик белешмә. Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина 1961 йылдың 26 авгусында Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында тыуған.  

Юғары белемле. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, философия фәндәре докторы. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1985 йылда Башҡорт дәүләт университетының лаборанты булып башлай. 1985-1986 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университетының бүлек инженеры. 1986-1991 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университетының этика, эстетика һәм культурология кафедраһы аспиранты. 1991-1996 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университетының этика, эстетика һәм культурология кафедраһы ассистенты, өлкән уҡытыусыһы, доценты. 1996-1999 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университетының философия кафедраһы докторанты. 2000 йылда — философия кафедраһы доценты, Башҡорт дәүләт университетының донъя мәҙәниәте кафедраһы мөдире.

2000-2002 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университетының ЮНЕСКО кафедраһы мөдире.

2002-2004 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университетының этика, эстетика һәм культурология кафедраһы мөдире, профессор.

2004 — 2006 йылдарҙа — БР мәғариф министры.

2006 йылдан алып әлеге көнгә тиклем — Башҡорт дәүләт университеты философия һәм социология факультетының этика, эстетика һәм культурология (ЮНЕСКО) кафедраһы мөдире.

Зөһрә Рәхмәтуллина — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре.