11 декабрь, Йәкшәмбе

05 август 2010 йыл, 20:19

Илшат Тажетдинов Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе итеп тәғәйенләнде

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең 2010 йылдың 4 авгусындағы Указы менән Илшат Тажетдиновты БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе итеп тәғәйенләне.

Биографик белешмә. Илшат Азамат улы Тажетдинов 1969 йылдың 20 майында Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында тыуған. Юғары белемле. Башҡорт дәүләт университетын, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған, иҡтисад фәндәре кандидаты.  

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1993 йылда Башҡорт дәүләт университетының стажер-тикшеренеүсеһе булып башлай.

1997-1998 йылдарҙа — Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ғилми-тикшеренеү һәм мәғлүмәт-аналитика үҙәгенең ғилми хеҙмәткәре.

1998-2000 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте мәғлүмәт-аналитика идаралығы  иҡтисади үҫеш бүлегенең төп белгесе, баш белгесе.

2000-2004 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығы социаль өлкәне финанслау бүлеге начальнигы урынбаҫары, мәғарифты, фән һәм мәҙәниәтте финанслау бүлеге начальнигы.

2004-2008 йылдарҙа — БР Президенты Хакимиәтенең иҡтисади һәм социаль сәйәсәт идаралығы начальнигы.

2008-2010 йылдарҙа — Федераль ҡаҙналыҡтың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе взифаһын башҡарыусы, етәксе урынбаҫары.

2010 йылда Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад һәм финанс буйынса беренсе проректоры булып эшләй.