3 декабрь, Шәмбе

05 август 2010 йыл, 18:36

Сергей Афонин Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры итеп тәғәйенләнгән

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

2010 йылдың 4 авгусында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең Указы менән Сергей Афонинды БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләне.

Биографик белешмә. Сергей Иванович Афонин 1959 йылдың 25 ғинуарында Күмертауҙа тыуған. Өфө авиация институтын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Күмертау тау-механика техникумын тамамлағандан һуң 1978 йылда Күмертау авиация  производство берекмәһендә фрезерлаусы булып башлай.

1978-1980 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә.

1980 йылда — “Искра” заводында диспетчер, 1980-1990 йылдарҙа — Күмертау авиация  производство берекмәһе инженеры, өлкән инженеры, бюро начальнигы, продукция сифатына идара итеү бүлеге начальнигы булып эшләй.

1990-1996 йылдарҙа — Күмертау ремонт-төҙөлөш идаралығы начальнигы һәм генераль директоры.

1996 йылдан алып әлеге көнгә тиклем Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы булып эшләй. Сергей Афонин — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, Башҡортостан Республикаһының Почет Грамотаһы менән бүләкләнгән.