Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Урып йыйыуҙың яртыһы тамамланды

Иҡтисад

Республика аграрийҙары менән иген культуралары майҙандарының яртыһынан ашыуында иген урып һуғылған. 58 процент майҙанда ашлыҡ сабып алынған, 56 процентында – һуғылған. Бөгөнгө көндә республика буйынса йыйып алынған иген 464 мең тонна тәшкил итте. Ашлыҡтың уңышлылығы ҡыуандырмай – гектарынан 9,1 центнер.

Бер нисә районда, БР Ауыл хужалығы министрлығының оператив  мәғлүмәттәренә ярашлы, уңыш бер аҙ юғарыраҡ. Мәҫәлән, Өфө эшсәндәре һәр гектарынан 14,5 центнер ала. Был районда ужым культураларына, бигерәк тә игенгә ҙур майҙандар бүленеүе менән аңлатыла. Хатта ошондай ҡоролоҡло йылда ла ужым бойҙайы көтөлгәнсә гарантиялы уңыш бирә.  

Дүртөйлө, Илеш, Стәрлетамаҡ, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез райондарында гектарынан 12 центнерҙан ашыу уңыш алына.

Быйылғы йылда көйөнөслө урып йыйыуҙы Урал аръяғы игенселәре лә тамамланы. Унда ҡоролоҡ 90 процент майҙанда иген сәсеүлектәрен юҡ иткән. Шулай булғас, йыйып алырлығы ла ҡалмаған тиерлек.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть