Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Светлана Гладышева Башҡортостандың тау саңғыһы трассаларын ойоштороуҙа ҡатнашасаҡ

Йәмғиәт

Рәсәй тау саңғыһы спорты һәм сноуборд федерацияһы президенты, атҡаҙанған спорт мастеры Светлана Гладышева Башҡортостандың тау саңғыһы трассаларын модернизациялау һәм төҙөкләндереүҙә ҡатнашасаҡ. Был турала бөгөн “Мин- граждан” йәйге профилле лагерында йәштәр менән осрашыу барышында республика башлығы Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

Беҙҙең республикала, Президент әйтеүенсә, үрҙә күрһәтелгән спорт төрҙәре өсөн бөтә тейешле тәбиғәт шарттары ла бар, тимәк, уларҙы әүҙем үҫтерергә кәрәк. Ул саҡта тау саңғыһы курорттары Башҡортостан һәм күрше төбәктәр халҡы өсөн матур ял итеү урынына ғына түгел, бюджетты тулыландырыу сығанағына ла әйләнәсәк.

Реконструкция үткәреләсәк беренсе тау саңғыһы трассаһы Белоретта урынлашҡан. Бынан тыш, Рөстәм Хәмитов фекеренсә, эре заманса тау саңғыһы курорты Инйәр ауылы янында Бәләкәй Ямантау итәгендә лә нигеҙләнә ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть