5 декабрь, Дүшәмбе

05 август 2010 йыл, 13:53

Рөстәм Хәмитовтың блогы популярлыҡ буйынса өсөнсө урынға сыҡты

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың блогы «Йәнле журнал» берләшмәһе рейтингында популярлыҡ буйынса өсөнсө урынға сыҡты. Һуңғы тәүлектә генә унда ее меңдән ашыу кеше ингән. Был турала төбәк башлығы бөгөн «Мин — граждан» йәштәр профилле лагеры ҡатнашыусылары менән осрашҡанда хәбәр итте.

— Был популярлыҡ, беренсенән, беҙҙең республикаға дөйөм алғанда ҡыҙыҡһыныуҙың көслө булыуын, ә республика халҡының ярайһы әүҙем икәнен күрһәтә, — тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов, — икенсенән, эш шунда: тормоштоң бар өлкәһендә лә йылдам хәл итеүҙе талап иткән бихисап проблемалар өлгөрөп еткән.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, «Йәнле журнал» (Livejournal.com) биттәрендә үҙ блогын төбәк башлығы 2010 йылдың 30 июлендә асҡайны. Тәүге минуттарҙан уҡ ул бик популяр булып китте. Блог республика халҡы менән аралашыу, диалог режимында мөһим мәсьәләләр һәм проблемалар буйынса фекер алышыу, идеялар һәм уй-фекерҙәр менән алмашыу өсөн булдырылған. Башҡортостан Президенты блогында комментарийҙарҙы башҡорт телендә лә ҡалдырырға мөмкин.